Новости
4 Сентябрь 2019, 08:12

Беҙҙең ятаҡтарҙың хәле шулаймы?

Өфөләге студент ятаҡтарының береһендә имәнес хәл булған: Төркмәнстандан Башҡортостанға белем алырға килгән студенттың ҡолағына... тараҡан кергән.

22 йәшлек Хәсән әйтеүенсә, был әрһеҙ паразиттар менән көрәшерлек хәлдәре лә, әмәлдәре лә ҡалмаған. Әйтеүенсә, ул төнөн башының ҡот осҡос ауыртыуынан уянып киткән. Ҡолаҡ эсендә нимәлер ҡыбырлағанын һиҙгәс, һабаҡташтары унда май ҡойорға кәңәш иткән. Бынан һуң ауыртыуы бер аҙ баҫылғандай ҙа булған...


Әммә проблема бөтмәгәс, Хәсән яҡындағы дауаханаға юлланған. Унда страховкалау ҡағыҙы менән ҡаршылыҡтар килеп сыҡҡан. Һөҙөмтәлә Хәсәнде өсөнсө медицина учреждениеһында ғына ҡабул иткәндәр. Табип ҡолаҡ эсенән ҙур тараҡанды һөйрәп сығарған.


Төркмәнстандан килгән студент тыуған яғында бығаса бындай имәнес бөжәкте күргәне булмағанын белдергән.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас