Шулай йыл ярым ваҡыт үтеп китә. Ир сираттағы тапҡыр балаларын күрергә килә һәм ҡатыны менән һөйләшергә була. Ул һөйгәнен һәм балаларын кире өйгә алып ҡайтырға ниәтләй ҙә бит. Тик барыһы ла ул теләгәнсә генә булмай шул...
Ҡатын айырылышыу талап итә һәм башҡаны осратыуы тураһында белдерә. Ир кешегә был оҡшамай, әлбиттә. Йәне көйөп китеп бысаҡ ала һәм ҡатынына сәнсә. Уның ҡысҡырыуына ата-әсәһе килеп сығып, табиптар саҡырта һала һәм полицияға хәбәр итә.
Ир иһә ҡото осоп сығып ҡаса һәм машинаһына ултырып юҡ була. Полиция уны эҙләү иғлан итә. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ул үҙе полицияға килеп, барыһы тураһында ла һөйләп бирә.
Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡатын дауаханала. Бушҡа ғына кире бергә йәшәргә теләмәгән күрәһең...Башҡортостан гәзитенән.