Новости
3 Сентябрь 2019, 12:08

Суррогат әсәгә – ике миллион һум һәм бала... әҙер!

Вәт, замана! Данлыҡлы актер, 79 йәшлек Эммануил Виторган һәм уның 57 йәшлек ҡатыны күптән түгел “Тағы ла атай-әсәй булдыҡ!”, тип белдергән.

Уларҙың тағы бер ҡыҙҙары бар, Клара тип исем ҡушҡандар. Билдәле парҙы белеүселәр әйтеүенсә, улар суррогат әсә хеҙмәте менән ҡулланған, бының өсөн 2 миллион һум аҡса түләгәндәр. Быға тиклем парҙың ошо уҡ ысул менән Этель исемле балалары тыуғайны. Әле уға 1,5 йәш.


Әйткәндәй, Эммануил Виторгандың тәүге никахынан тыуған ҡыҙы Ксенияға – 53, Максимға (Ксения Собчактың беренсе ире) 47 йәш. Ә Ирина Млодиктың бығаса балалары булмаған. Парҙың бергә бик оҙаҡ йәшәүен иҫәпкә алғанда, ниңә ошо йәшкә еткәс ата-әсә булырға ниәтләгәндәре сер булып ҡала.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас