Новости
3 Сентябрь 2019, 12:13

Хуш, Тимур... Тыныс йоҡла сабый

Кисә Башҡортостан халҡы бәләкәй Тимур менән хушлашты. Сабыйҙы һуңғы юлға оҙатыу өсөн республиканың төрлө төбәктәренән йөҙәрләгән кеше килде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бар республиканы шаҡ ҡатырған енәйәт тураһында 29 августа билдәле булды. Бер йәшлек Тимурҙың әсәһе тәүҙә балаһын төн уртаһында өйҙән юғалды, тип полицияға ғариза бирә. Аҙаҡ, ике көн үткәс, уны үҙе быуып үлтереүе тураһында әйтә. Сәбәбен – баланы ашата алмайым, йонсомаһын өсөн был аҙымға барҙым, тип аңлата ул.


Баланы һуңғы юлға оҙатырға килеүселәр араһында уның туғандары, яҡындары, күршеләре һәм был фажиғәғә битараф булмаған сит кешеләр бар ине. Араларында әсәһе Юлиә генә юҡ. Ул ҡулға алынған. Туғандары һәм яҡындары бер кем менән дә аралашмай. Ә бына күршеләре Юлиә тураһында фекерҙәрен белдерҙе.


– Ул һәр ваҡыт тыныс ине. Тормошҡа ҡыуанып йәшәне. Өйө алдында сиҙәмдә йыш ҡына балалары менән бергә уйнай торғайны. Ул сабыйҙарын бик ярата ине, был хәл шаҡ ҡатырҙы, – ти бер күршеһе.


Икенсеһе бер осраҡты хәтеренә төшөрҙө.


– Бер тапҡыр төлкө уларҙың дүрт ҡаҙының өсәүһен быуып үлтергәйне. Мин уға һуңғыһын да сал тип кәңәш биргәйнем, ул миңә: юҡ, булдыра алмайым, ул бит тере йән эйәһе, тине. Үҙ балаһына ҡулын күтәрер тип бер ҡасан да уйламаҫ инем, – ти ул.


Малайҙы мосолман йолаларына ярашлы күмгәндәр.


Кисә хәбәр итеүебеҙсә, Юлиәнең өлкән ҡыҙы – биш йәшлек Камилла әле социаль приютта. Уның яҙмышы хәл ителә, туғандары баланы алырға теләк белдерһә, быға ҡаршылыҡ булмаясаҡ.

Был енәйәт һаман уйландыра. Бөтә яҡлап та һәйбәт әсәне нимә этәрҙе икән был ҡот осҡос аҙымға? Моғайын, айыҡ аҡыл менән ҡылмағандыр. Бөтә таныштары ла бер һүҙҙән уны һәйбәт әсәй ине тип тора. Ысынлап аҡсаһыҙлыҡ сәбәп булдымы икән? Әллә депрессия сәбәпсеме? Шулай ҙа был хәл янығыҙҙағы яңғыҙы балалар үҫтергән ҡатындарға иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. Бәлки, уларға ла ярҙам кәрәктер? Башҡа бындай хәлдәр булмаһын ине...Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас