Новости
3 Сентября 2019, 06:38

Беҙҙең балыҡсы миллионер булды!

Яҡташыбыҙ Вячеслав Миронов лотереяға 4,315 миллион һум аҡса отҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Миллионер йылылыҡ электр станцияһында эшләй, ә буш ваҡытында балыҡҡа йөрөй. Уның ҡармағына айырыуса сабаҡ, һаҙан, суртан балыҡтары эләгә икән. Был юлы “ҡармаҡ”ҡа ҙурыраҡ табыш эләкте – миллиондар!


Вячеслав уны ҡайҙа тотонорға икәнен хәл иткән: ҡыҙы менән ейәндәренә торлаҡ аласаҡ.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас