Федераль ҡануниәткә ярашлы, уртаса һауа температураһы биш көн рәттән +8 градустан түбәнерәк билдәләнһә, йылы бирергә тейештәр. Шул уҡ ваҡытта кешеләр үҙҙәре лә ғариза яҙып, уны алдараҡ тоҡандырта ала. Бының өсөн йыйылыш үткәреп, унда ҡарар ҡабул итергә һәм протоколды идарасы компанияға ебәрергә кәрәк.
Шулай ҙа ашыҡмайыҡ әле, йәмәғәт. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ышанһаң, 8 сентябрҙән һуң Башҡортостанға оҙайлы әбейҙәр сыуағы киләсәк. Ике аҙна дауамында көндөҙ +26, төндө +15 градус йылы торасаҡ.
Әйткәндәй, былтыр йылытыу миҙгеле – 28 сентябрҙә, 2017 йылда 26 сентябрҙә башланғайны. Быйыл да, йолаға ярашлы, сентябрь аҙағында йылы бирәсәктәр. Тәү сиратта балалар баҡсалары, мәктәп һәм дауалау учреждениелары йылынһа, аҙаҡ беҙгә лә сират етер, тип ышанайыҡ.
Әлегә нығыраҡ кейенеп, сабыр итергә тура килер инде.