Эсе күпкән балаларҙың күпселеге квашиоркор тигән сир менән яфалана. Ауырыу аҡһым дефициты арҡаһында барлыҡҡа килә. Ғәҙәттә, был яҡтарҙа баланы оҙайлы ваҡыт түш менән имеҙәләр ҙә, икенсе бала тыуғас, ташлаталар. Ҡапыл ғына аҡһым килеүҙән туҡтағас, эстә һыу туплана, бауыр май менән бөрөлә һәм ҡанда альбумин аҡһымы кәмей.
Түш ташлатҡас, баланың аҙығы башлыса үҫемлектән тора башлай: дөгө, ямс һәм маниока ашарға мәжбүр улар. Был аҙыҡтар углеводҡа бай, тик аҡһымы бөтөнләй юҡ. Ә аҡһымдың берҙән-бер сығанағы – әсә һөтө.
Ҡайһы бер осраҡта балаларҙың эсе ҙурайыуы ныҡ һәм оҙайлы ваҡыт ас йөрөүҙән дә барлыҡҡа килә икән. Организмдың барлыҡ ресурстары ла бөткәндә, ошолай итеп эс күбеп сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярлы Африка илдәре өсөн аслыҡ һаман көнүҙәк проблема булып ҡала.