Уның проблемалары баштан аша: тыңлашмай, бушҡа-юҡҡа истерикалар ойоштороп ҡына тора. Үҫә бара холҡо нығыраҡ боҙола.
Ғаилә балаларында психик сир булыуын аңламай. Дөрөҫөн әйткәндә, аңларға теләмәй ҙә, сөнки, уларҙың фекеренсә, улдары эшләргә һәм аҡса килтерергә генә тейеш. Ә Сюйҙан файҙа урынына тик зыян.
Бер заман уны дауаханаға алып барырға ла уйлайҙар, тик бының ҡиммәт икәнлеген белгәс, еңелерәк юл табалар. Егетте өйҙәре янындағы баҙға бикләп ҡуялар... Бикләү генә түгел, бәйләп һалалар.
"Дауахана ҡиммәт булғас, кеше күҙенән йәшерергә булдыҡ. Үҙебеҙ ашаттыҡ һәм тәбиғи хәжәттәрен үтәргә ярҙам иттек", – ти уның ике туған ағаһы Сюнь Гоюнь.
Шулай 17 йыл ваҡыт үтеп китә. Был хәл тураһында белеп ҡалған күршеләре тотҡондо йәлләп, киң йәмәғәтселеккә белгертергә була. Урындағы дауахана табиптары килеп баҙҙы асҡас, иҫе китә. 17 йыл буйы ҡояш нурын күрмәгән ир бөтөнләй аҡылын юйып бөткән була. Башҡортостан гәзитенән.