Уларҙың үҙҙәре менән бергә алып йөрөгән улдары Руслан ауыл буйлап үтек эҙләп сығып китә. Ул: "Әсәйем сәхнәгә күлдәген үтекләмәйенсә сыҡмай. Үтек биреп тороғоҙ", – тип бер йорттан үтек һорап алып килә.
Йылдар уҙғас, Руслан ғүмер юлын ошо уҡ ауылдың ҡыҙы Рәзилә Салауатова менән бәйләй. Тормош – ҡуласа тигәндәй, үтек биреп торған Әлмира апай иһә Роза Аҡкучукованың төп ҡоҙағыйының бер туғаны булып сыға.
"Беҙ элек Бөрйәндә гастролдә саҡта Руслан улым тап ошо Әлмира ҡоҙағыйҙарҙан үтек алып сыҡҡан булған. Шул мәлдәрҙе иҫләп, хуш еҫле сәйҙәр эсеп ултырыу – үҙе бер ғүмер инде!" – тип яҙған сәхифәһендә Роза Аҡкучукова.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.