Краснодар крайының Усть-Лабинск ҡалаһында булды был хәл.Ҡатындың бөтә хәрәкәтен видеокамера төшөргән. Уның дауаханаға күсмә люлька менән инеүе, аҙаҡ уны коридорҙағы эскәмйәлә ҡалдырып ҡаса һалыуы күренә. Ҡыҙ баланың донъяға килеүенә ике генә cәғәт тирәһе. Сәләмәтлегенә хәүеф янамай, ти табиптар. Тәфтиш хеҙмәткәрҙәре әсәне эҙләй, енәйәт эше ҡуҙғатыу ҡарала.