Новости
2 Сентябрь 2019, 07:41

"Рөстәмде бер ҙә насар тип әйтмәйем"

Яратҡан йырсыбыҙ Лилиә Биктимерова IX кластан һуң Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Тап шунда осрата ла инде буласаҡ тормош иптәшен.

"Дәртле саҡ... Ул ваҡытта өсөнсө курста уҡыған Рөстәм Асаевҡа ғашиҡ булдым, – тигән ул был хаҡта "Аҡсарлаҡ" гәзитенә биргән әңгәмәһендә. – Оҙаҡ та үтмәй никахлаштыҡ һәм тиҙҙән мөхәббәт емешебеҙ Гөлназ тыуҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икебеҙ дә ҡыҙыу ҡанлы булғанғамы, арабыҙҙа ығы-зығы тиҙ ҡабынып китә ине. Ғаиләлә берең ут булһа, икенсеһе шул утты һүндерә белергә тейеш. Ә беҙҙең осраҡта икебеҙ ҙә ут, өйҙә нимәләр булғанын күҙ алдына килтерегеҙ инде. Шуға күрә ете йыл ғүмер иткәндән һуң, айырылыштыҡ. Рөстәмде бер ҙә насар тип әйтмәйем, һәйбәт кеше. Бөгөн Ҡазан филармонияһында эшләй, үҙенә тиң булырҙай йәр тапты".


Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас