Новости
1 Сентябрь 2019, 04:00

Йәнәсәйҙә йән биргән

Мин йөҙә белмәйем. Ауылымда ҙур йылға булмағас, бәләкәйҙән өйрәнмәгәнмен. Ә бына һалҡын һыуҙа йөҙөү буйынса донъя чемпионы һәм рекордсыһының Енисей йылғаһында күнекмәләр ваҡытында батып үлеүен нисек аңлатырһығыҙ?

“Красноярск ҡалаһында һалҡын һыуҙа йөҙөү буйынса донъя чемпионы һәм рекордсыһы, “Мегаполис” спорт-һауыҡтырыу үҙәге директоры Николай Петшак вафат булған. Үлеменең сәбәбе, ҡыҙғаныс, аяныслы – бәхетһеҙ осраҡ. Ул Енисей йылғаһында күнекмәләр ваҡытында батып үлде”, – тип хәбәр ителә төбәктең спорт министрлығы сайтында.


Николай Петшакка 64 йәш булған, ул 40 йылдан ашыу һалҡын һыуҙа йөҙөү менән шөғөлләнгән. 1994 йылда ошо спорт төрө буйынса донъя рекордын ҡуя, 2012 йылда иһә донъя чемпионы була. 2013 йылда – Олимпия уты эстафетаһында, быйыл августа Рәсәй Дәүләт флагы көнө уңайынан традицион эстафетала ҡатнаша.

Йөҙә белһәң дә, барыбер һыуҙа һаҡ булырға кәрәк шул.
Читайте нас