Асыҡланыуынса, хужалар машина ишеген бикләмәй, етмәһә, салонда асҡыстарын да онотоп ҡалдыра. Полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙың эҙенә тиҙ арала төшөп, машинаны төбәктең Оло Теләк ауылында таба.
Уғры белдереүенсә, йорт янынан үтеп барғанда ишеге бикләнмәгән машинаны күрә, йәйәү йөрөгөһө килмәгәс, тиҙ генә салонға инеп ултыра. Уның бәхетенә, асҡыс та була. Ултыра ла китә, тик, йоҡоһо килгәс, туҡтап ял итергә була. Тәмле йоҡоно полиция хеҙмәткәрҙәре генә өҙмәһә...