Новости
1 Сентябрь 2019, 04:08

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

Ҡул сәғәтенең теүәл йөрөүен теләһәгеҙ икән, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ. Механизмына ҡағылышлы ҡағиҙәләр:

– сәғәттәрҙе һыуыҡ урында ҡалдырмағыҙ,

– мунса, сауна кеүек дымлылыҡ юғары булған эҫе урынға сәғәт менән инмәгеҙ,

– юғары электромагнит нурланыш сығанағы булған ерҙә сәғәтегеҙҙе ҡалдырмағыҙ,

– календары булған сәғәттә киске 10-дан төнгө 2-гә тиклемге арауыҡта датаны үҙгәртмәгеҙ. Был ваҡытта календарь механизмы асыла, уны ватып ҡуйыуығыҙ бар.

Датаны үҙгәртергә теләһәгеҙ, сәғәт уҡтарын циферблаттың түбән өлөшөнә күсерегеҙ.

– сәғәтте даими эшләтеп ебәрергә онотмағыҙ. Оҙаҡ эшләмәй ятһа, механизмдың майы ҡуйыра, һуңынан ватыла.

– механик сәғәттәрҙе бер үк ваҡытта бороғоҙ.

– Әүҙем рәүештә спорт менән шөғөлләнһәгеҙ, сәғәттәрҙең спорт моделдәренә өҫтөнлөк бирегеҙ.

Быялаһы

– быяла сыйыла торған урындарға, мәҫәлән, биҙәүестәр ятҡан урынға сәғәтегеҙҙе һалмағыҙ.

– сатнаған быяланы ваҡытында алмаштырығыҙ. Күҙгә эленмәҫ ярсыҡтары сәғәттең механизмына зыян килтереүе ихтимал.

Ҡайышы

– Тиренән эшләнгән ҡайыш һыуланмаһын, һуңынан туҙып өҙөлөүе лә мөмкин.

– спорт менән шөғөлләнһәгеҙ, тимер йәки керамик браслетлы, каучук, силикон ҡайышлы сәғәттәр тағығыҙ.


Фото: pixabay.com




Читайте нас