Ике факторлы аутентификация үтергә кәрәк – аккаунтҡа инеү өсөн пароль һәм код индерергә. Код смс йәки электрон почта аша килә. Бының өсөн “Хәүефһеҙлек” (“Безопасность”) бүлегенә инеп, ике факторлы аутентификацияны ҡабыҙығыҙ.
Социаль селтәр аша башҡа ҡушымталарға һәм сайттарға инеү өсөн авторизация үтмәгеҙ.
Һәр социаль селтәр өсөн айырым логин һәм пароль ҡулланығыҙ.
Компьютерығыҙға антивирус программаһын урынлаштырығыҙ.
Кәрәк булған программа һәм ҡушымталарҙы тиа рәсми сайттарҙан ғына алығыҙ.