????Беренсе сентябрҙә йылы булһа, бөтөн көҙ йылы булыр, әгәр шул көндә ел булһа, киләһе йәй ашлыҡ насар булыр.
☀Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын булыр.
❄Беренсе ҡар көндөҙ яуһа – ҡыш һыуыҡ булыр, төндә яуһа, йылы килер.
????Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.
????Сентябрҙең егерме һигеҙендә ҡыр ҡаҙҙары көньяҡҡа осһа, иҫкесә 1 октябрҙә ҡар ятыр.
❄Сентябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр.
????Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ иртә, аҫтан һарғайһа - һуң килер.