Новости
1 Сентября 2019, 08:39

Илдә именлек булһын, Хоҙайым!

Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылынан Тауһеңер яланына етәрәк халыҡты һалдат бутҡаһы, йылы сәй һәм һыныҡ икмәк менән һыйлап торҙолар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Нәнәйемдең "гәзит ҡалынлыҡ икмәк тараталар ине" тигәне иҫкә төштө лә күҙгә йәш тулды. Беҙ ҙә улдарым менән ялан ризығын тәмләнек. Үҙем икмәк сәйнәйем, үҙем эстән генә: “Илдә именлек булһын! Балаларыбыҙ тыныс тормошта илгә хеҙмәт итһен. Шайморатов кеүек яуҙа ятып ҡалғандар рухына доға булһын әлеге Генералдың тыуыуына 120 тулыуға арналған тантаналы саралар!” – тип теләйем!..


Читайте нас