Быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә, уҡыусылар һәм студенттар өсөн уҡыу 2 сентябрҙән башлана. 2019 йылдың 30 майында республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алкоголь һатыуҙы сикләүгә йүнәлтелгән закон ҡабул иткәйне. Йәштәр көнөндә (27 июнь), Белем көнөндә (1 сентябрь, әгәр ҙә дата йәкшәмбегә тура килһә, 2 сентябрь) һәм район-ҡалаларҙа һабантуйҙар уҙғарған көндәрҙә алкоголь һатыу тыйыла. Шулай уҡ көн һайын алкоголь продукцияһын һатыу ваҡыты ҡыҫҡартылды: иртәнге сәғәт 10-дан алып киске сәғәт 10-ға тиклем (элек иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө сәғәт 11-гә тиклем ине).