Новости
31 Август 2019, 19:30

Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре исемлеген бергәләп тергеҙәйек!

Шайморатов ауылы клубында генерал Миңлеғәле Шайморатовтың шәжәрәһе, Ҡырмыҫҡалы районынан Бөйөк Ватан һуғышына киткән яугирҙәр исемлеге лә урын алған.

Бына ошондай уҡ эш республиканың һәр районында алып барылырға тейеш. Әйтәйек, уларҙың барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышына киткәндәрҙең исемлеген барлай, шулай араһынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәрен дә һанай.


Һөҙөмтәлә дивизия исемлеген күмәкләшеп тергеҙеп булыр ине.


Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында йәнә генералдың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән махсус буклет, магнитик та эшләгәндәр. Афарин, клуб хеҙмәткәрҙәре! Һәр ҡунаҡҡа, бигерәк тә сит өлкәләрҙән, илдәрҙән килгәндәргә улар бай мәғлүмәт бирә.
Читайте нас