Новости
31 Август 2019, 08:26

Шүлгәнде 37 мең француз ҡараған

Францияның Дордонь департаментының Лез-Эзи-де-Тайк-Сирёй коммунаһында июндә эшләй башлаған Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡая һүрәттәре күргәҙмәһен әле 37 мең кеше ҡараған.

Тарихҡа тиклемге осорҙо өйрәнеү үҙәге проекттары координаторы Катрин Руде белдереүенсә, йәй күргәҙмәне ҡараусылар, туристар һаны күпкә артҡан. "Беҙ бик яҡшы фекерҙәр ишетәбеҙ. Кешеләр ҡая һүрәттәренең беҙҙекенә (Везер үҙәнендәге мәмерйәләрҙәге һүрәттәр) оҡшаш булыуына хайран ҡала", – ти ул.


– Күргәҙмә Шүлгәнташ мәмерйәһе, Өфө һәм Башҡортостан тураһындағы инглиз телендә булған бер нисә видеояҙманан, мамонттың һәм дөйәнең 3Д күсермәһенән, мәмерйәнең залдары макеттарынан тора. Шулай уҡ палеолит сәнғәте, буяуҙар составы, һүрәттәрҙе тергеҙеү һәм һаҡлау тураһында аңлатмалар ҡуйылған. "Янғантау", "Торатау" геопарктарының да бер нисә панноһы бар, – тине Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.


Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.


Читайте нас