Новости
31 Август 2019, 03:03

Подъезға ингең килһә, 100 һум түлә!

Санкт-Петербург ҡалаһының Ломоносов урамындағы 14-се йортта йәшәгән граждандар подъезға ингән һәр кемдән 100 һум түләтергә булған.

Был йорттоң (Елисеевтарҙың килем йорто тип танылыу алған) тарихы, үҙенсәлекле архитектураһы туристарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Консьерж һәр кемдән аҡса ала һәм чек бирә.


Әгәр ҙә кешенең тарихи интерьерҙарҙы ҡарағыһы килә икән, ниңә уны һаҡлауға үҙ өлөшөн индермәҫкә тейеш? Йортта йәшәгән халыҡ йыйылған аҡсаға ремонт үткәрергә йыйына, киләсәктә юҡҡа сығарылған витраждарҙы, каминды тергеҙергә ниәтләй.


Бина ХIХ быуаттың аҙағында төҙөлгән, ул мәҙәни мираҫ иҫәпләнә.

Фото: amiron.71/cctywalts.ru
Читайте нас