Мәғлүм булыуынса, 20-30 августа Башҡортостандың ике ҡалаһында “Онкопатруль” Бөтә Рәсәй акцияһы ойошторолғайны. Герцен исемендәге Мәскәү ғилми-тикшеренеү онкология институты хеҙмәткәрҙәре яман шеште алдан асыҡлау буйынса диагностика алып барҙы. Бындай тикшереүҙе Башҡортостан “Сода” компанияһы, “Салауатбыяла” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре үтте. Республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин диагностика һөҙөмтәһе буйынса яман шешкә шик тыуған кешеләрҙең профилле дауалау учреждениеһына ебәрелеүе тураһында һөйләне.
Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһенә республика ҡалаларында тар белгестәр тарафынан күсмә ҡабул итеү сараларын даими үткәрергә, һуңғы йылдарҙа медицина өлкәһендә байтаҡ проблемалар йыйылған Ссалауат ҡалаһына айырым иғтибар бирергә ҡушты.
Төбәк етәксеһе Мәскәү ҡунаҡтарына Башҡортостанда ғәмәлгә индерелгән яңы практика – ауыл йәки участка табибына яман шеште иртә асыҡлаған осраҡта биш мең һум күләмендә премия түләнеүе тураһында һөйләне. Был программаға республика ҡаҙнаһынан 30 миллион һум аҡса бүленгән.