Новости
31 Август 2019, 08:13

1 сентябрь булмай...

Уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың йәйге каникулын 1 октябргә тиклем оҙайтырға уйлайҙар. Дәүләт Думаһы депутаты Василий Власов ошондай тәҡдим менән сығыш яһаған.

Депутат фекеренсә, был юғары уҡыу йорто студенттарының эшкә урынлашыу проблемаһын ыңғай хәл итәсәк, илдә туризмды үҫтереүгә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Ата-әсәләр каникул осоронда балалары менән иркенләп ял итеп, төрлө урындарға сәйәхәт ҡылырға өлгөрәсәк. Ә башланғысты ул тест нигеҙендә илдең Хабаровск, Приморье крайҙарында үткәреп ҡарарға тигән фекер еткергән.


Был тәҡдим һеҙгә нисек?


Читайте нас