Төркиә табиптарының мәғлүмәттәре буйынса, бер нисә тапҡыр күрһәтелгән реанимация ярҙамынан һуң баланың йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Рәсәй дипломаттары ҡыҙҙың ата-әсәһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Мәйетте үҙебеҙгә алып ҡайтыу буйынса тейешле бар ярҙам күрһәтеләсәк, тип белдерҙе Рәсәй илселегенең Анкаралағы матбуғат вәкиле Ирина Ҡасимова.
Фажиғәлә ғәйеплеләр тейешле язаға тарттырылырмы – быныһы әлегә билдәһеҙ.Башҡортостан гәзитенән.