Новости
30 Август 2019, 03:45

"Туйыбыҙ дүрт көнгә һуҙылды"

Бөгөн парлы һандуғастар Зилә менән Хәсән Усмановтарҙың туй көнө. Уларҙың матур ғаилә булып йәшәүенә 16 йыл да булып киткән.

Был хаҡта йырсы үҙенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә: “Был көн бер ҡасан да онотолмайҙыр ул, бөгөн – беҙҙең туй көнөбөҙ, – тип яҙған. – Өфө дәүләт сәнғәт институтының йыр бүлегендә бергә уҡығанда таныштыҡ та, өс йыл буйы дуҫлашып йөрөгәс, 2003 йылдың 28 авгусында сәстәрҙе сәскә бәйләргә булдыҡ. Хәҙер туйҙар бер генә көндә үтә, ә беҙҙеке дүрт көн буйы барҙы. Ике көн – Бөрйәндә, ике көн – Әбйәлилдә. Шау-гөр килде ике район. Иҫләй башлаһаң, ҡыҙыҡлы мәлдәр күп булды”.


Беҙ ҙә күркәм ғаиләне, моңло йырсыларҙы байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас