Новости
30 Август 2019, 07:30

Туберкулез... балалар баҡсаһында

Санкт-Петербург ҡалаһының 11-се балалар баҡсаһындағы хәл барлыҡ ата-әсәләрҙе ҡурҡыуға һалды.

Хеҙмәткәрҙәрҙең береһендә асыҡ формалағы туберкулез булыуы асыҡланған. 329 балаға иҫәпләнгән баҡса, йәйге ял менән бәйле, әлегә тулы түгел. Ошо осорҙа баҡсаға йөрөгән сабыйҙарҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген тикшереү бара.


Бинаны йоғошһоҙландырыу дауам итә. Роспотребнадзор мәсьәләне ныҡлы контролгә алған.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас