Новости
30 Август 2019, 07:31

Серәкәйҙең ағыуынан комаға киткән

Серәкәй бер ҡатындың организмына ағыулы бактериялар индергән. Улар шунда уҡ тән туҡымаһын һәм мускулдарҙы ашай башлаған.

Әлбиттә, ҡатын тешләүгә иғтибар ҙа итмәгән. Әммә ваҡыт үтеү менән аяғы шешә башлағас, дүрт бала әсәһе ҡурҡыуға ҡалған. Аңын юғалтҡас, ире уны дауаханаға алып китә, унда диагноз ҡуялар һәм аяғын ампутацияларға ҡарар итәләр.


Ҡатын ризалашмай. Хирургтар аяҡты һаҡлай ала, әммә операция ваҡытында тиренең инфекциялы урынын ҡырҡалар. һөҙөмтәлә әсәнең йөрәге туҡтай, уны яһалма комаға индерәләр. Аңына килгәс, уға яңынан һөйләшергә, йөрөргә өйрәнергә тура килә.


Бөйөк Британия ҡыҙына йәнә 12 сәғәтлек операцияны кисерергә кәрәк. Тик әсә дүрт балаһын етем ҡалдырыуҙан ҡурҡа...Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас