Новости
30 Август 2019, 06:21

Контракт буйынса Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында IV саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район Советының сираттан тыш 33-сө ултырышы ҡарары

«Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы Федераль закондың 37-се статьяһының 6 бүлегенә, «Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидаралыҡ тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 12 статьяһының 10 бүлегенә ярашлы, БР Стәрлебаш районы муниципаль район Советы контракт буйынса Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына Рахманғолов Рөстәм Камил улын тәғәйенләргә тип ҡарар итте.

Рөстәм Камил улы Рахманғолов 1981 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Ике юғары белемгә эйә - 2003 йылда «Филология» белгеслеге буйынса Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын, 2018 йылда - Башҡорт дәүләт университетын («Юриспруденция») тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Р.К.Рахманғолов 3-сө Стәрлетамаҡ башҡорт-лицей интернатында тарих уҡытыусыһы булып башлай. Артабан 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернатында, Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһында уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. 2005 йылдан 2010 йылға тиклем - йәмәғәтселек менән элемтә белгесе, реклама-мәғлүмәт эше бүлеге мөдире, «Красноусольск» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһының эштәр менән идара итеүсеһе була. Һуңынан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, «Тепловодоснабжение» МУП директоры вазифаһын биләй. 2013 йылдан 2016 йылға тиклем Ғафури районы Крусноусольск ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенә етәкселек итә. 2016-2018 йылдарҙа - муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара бәйләнешлек итеү буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы Идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эш бүлегенең баш советнигы, 2018 йылдан 2019 йылға тиклем - инвестициялар, эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ҡулланыусылар баҙары буйынса Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары. Ағымдағы йылдың 2 авгусынан Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара.

Өйләнгән. Ҡатыны менән өс бала тәрбиәләйҙәр.
Читайте нас