Новости
30 Август 2019, 03:42

“Эттәрҙе йәлләп, иремде үлтерәһем юҡ”

Эт итен ашап, имеш, туберкулез сирен еңеп була. Был турала ишеткәнегеҙ бармы? Тик ишетеү бер, ә уны тормошҡа ашырыу – бөтөнләй икенсе нәмә.

Шундай кешеләр ысынлап бар бит. Мәҫәлән, Түбәнге Новгород ҡалаһынан Анна бушлай “яҡшы ҡулдарға” тип тапшырылған көсөктәрҙе үҙенә кәрәк тип ала ла, аҙаҡ һуйып, итен иренә ашата. Әйткәндәй, уға ҙур эттәр кәрәкмәй, гел көсөктәрҙе һайлай. Бәләкәстәрҙең ите йомшағыраҡ, әллә файҙалыраҡмы икән? Билдәһеҙ.


Ҡылғандары асыҡланғас та, ҡатын үҙенең ғәйебен танымай.


– Эт ите туберкулезды бөтөрә. Мин йәнлектәрҙе йәлләп, иремдең үлеменә юл ҡуя алмайым. Иттең ярҙам итеүенә дәлилем дә бар: бер туған ағайымда ла ошо сир бар ине, ул эт ашап һауыҡты, – тигән Анна.


Әммә был һүҙҙәрен документтар менән дәлилләй алмай. Йәнлектәрҙе яҡлаусылар был факт буйынса полицияға мөрәжәғәт итергә йыйына. Ҡот осҡос ҡырағайлыҡ!Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас