Новости
29 Август 2019, 09:04

Матбуғат йортон нимә эшләтәсәктәр?

Башҡортостанда ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов бөгөн “Башинформ” агентлығында үткәргән матбуғат конференцияһы “Башҡортостан” нәшриәт йортон бөлгөнлөктән ҡотҡарыу һәм финанс йәһәтенән һауыҡтырыу мәсьәләһенә арналды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров былтыр Матбуғат йортон һаҡлап ҡалырға ҡушҡайны. Быйыл август башында банкротлыҡ процедураһы туҡтатылған, нәшриәт бурыслы булған “ВТБ” банкы менән мировой килешеү төҙөлгән. Нәшриәттең 80 миллион һумлыҡ бурысы ҡайҙан барлыҡҡа килгән, ни өсөн уны бөлгөнлөккә төшөрөү сараһы үҙ ваҡытында күрелмәгән?


Был һорауҙарға Олег Владимирович аныҡ ҡына яуап бирә алманы, фәҡәт: “Кисектерелгән бурыс менән эш итеү сәйәсәте миңә бик аңлашылмай. Күп миллионлы сығымдар түгеп, ҡорамалдар һатып алынған, ләкин артабан улар ни өсөндөр файҙаланылмаған”, – тип кенә ҡуйҙы.

Алдағы йылдарҙа Матбуғат йортон һатырға йыйыныуҙары тураһындағы хәбәрҙәрҙе ул ысынбарлыҡҡа тура килмәй тип атаны, нәшриәтте һауыҡтырыу юлдарын эҙләү генә барған икән. Нәшриәттең ҙур гаражы профиль булмаған актив, йәғни хужалыҡ өсөн кәрәк булмаған майҙан тип ҡарайҙар һәм уның яҙмышын хәл итеү мәсьәләһе тора.


“Китап” дәүләт нәшриәтен Матбуғат йортона күсереү буйынса ҙур эш башланырға тора. Тәүҙә типография ҡорамалдары күсереләсәк, артабан редакцияһы өсөн Матбуғат йортонда урын әҙерләнәсәк, бының өсөн ремонт эштәре башҡарылырға тейеш.


“Беҙ тикшерҙек – Матбуғат йортондағы эш майҙанының 60 проценты буш тора, шулай уҡ эреле-ваҡлы арендаторҙар ҙа китергә тейеш”, – тине министр вазифаһын башҡарыусы. Китап баҫыу нәшриәтенең Октябрь проспектындағы әлеге бинаһында, Олег Полстовалов әйтеүенсә, IP-йүнәлештәр буйынса технопарк асыласаҡ.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/matbu-at-yorton-nim-eshl-t-s-kt-r/
Читайте нас