Һуғыш суҡмарын тынысландырғас, ҡайтырға сыҡҡанда ҡапыл оперативниктың арҡаһына эт ташлана. Һис көтөлмәгән һөжүмдән ир ергә йығыла. Эт тештәрен ыржайтып, оперативниктың яғаһына йәбешә. Ярай әле, аҫыл зат вәкилдәре ҡыйыу, эксперт-криминалист пистолеттан өс тапҡыр атырға мәжбүр була. Асыҡланыуынса, хужаһы йорт хайуанын оперативникка махсус рәүештә һөсләтмәгән. Әммә яраланған полицейскийға медицина сығымдарын ҡаплатырға бурыслы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/et-politseyskiy-y-an-a-u-ma-an-/