Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
28 Август 2019, 08:57
Милләттәшебеҙҙе танымай тормағыҙ!
Беҙҙең иң матур, уңған, уңышлы милләттәштәребеҙҙең береһе, һылыуҡай Ләйсән Үтәшеваның һуңғы ваҡытта буй-һынын ипкә килтереү менән ныҡ мауығыуы, ун килограмға ябығыуы мәғлүм.
Әле Ләйсән йылы диңгеҙ буйында яҡындары менән ял итә, социаль селтәрҙә матур-матур фотолар ҡуйып шатландыра.
– Миҙгел аҙағына етеп килә, ә минең сәхифәлә бер йәй фотоһүрәте юҡ. Төҙәтергә кәрәк! Шуға бер нисә фотоны бер юлы һалам, – тип яҙа ул уйынлы-ысынлы.
Фотоларҙың авторы – Ләйсәндең ире, шоумен Павел Воля. Яҡташыбыҙ уны шаяртып: “Аллаһы Тәғәлә биргән фотограф”, – тип атай, имеш.
Ләйсәндең яҡшы кәйефе, зауыҡлы ҡиәфәте, һомғол буй-һыны күптәрҙә һоҡланыу тыуҙырһа ла, бәғзеләр уның ҡара сәстәрен асыҡ төҫкә буяуына, блондинка булып китеүенә ҡырҡа ҡаршы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sh-khest-r/mill-tt-shebe-e-tanymay-torma-y-/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"