Миңлеғәле Шайморатовтың фотоһүрәттәренән тыш, ул яҙған хаттар ҙа экспозицияла урын алған. Башҡортостандың Милли музейы легендар комдивтың тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә ойошторҙо. Халыҡ иғтибарына сығарылған әйберҙәрҙең күбеһе генерал-майорҙың шәхси фондында һаҡлана.
Күргәҙмә Миңлеғәле Шайморатовтың тотош ғүмерен күҙ алдына баҫтыра. Урында тарихи сығанаҡтарға таянып төшөрөлгән документаль яҙмалар ҙа быға үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай. Дивизия командирының тормошо һәр кемгә мәктәп партаһынан яҡшы таныш. Шулай ҙа әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе, тигән фекерҙә тарихсылар.
Легендар комдивтың тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан ойошторолған сара дивизия исемен йөрөткән Өфөнөң Дим биҫтәһе музейында ла үтте. Килгән халыҡ иғтибарына Шайморатов генералға бәйле иҫтәлектәр шулай уҡ күргәҙмәгә сығарылды. Улар араһында үҙ ҡулдары менән яҙған рус-ҡытай һүҙлеге лә бар.
Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән акция әле лә дауам итә. Сараға меңләп ҡатнашыусы ҡушылған. Генерал-майорға дан йырлаған яҙмалар менән #Шайморатов хештегы аша интернет киңлектәрендә танышырға мөмкин.