Новости
27 Август 2019, 03:31

"Ярҙам итегеҙ, туҡмайҙар!"

Ульяновск ҡалаһынан бер ҡатын, таксисты туҡмайҙар, ярҙам итегеҙ, тип Росгвардия хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә.

Тик уларҙың береһе: “Беҙҙә төшкө аш мәле”, – тип ҡатындың үтенесен инҡар итә. Ә икенсеһе, кеше ҡайғыһы төштән һуң тигәндәй, шаурма һатып алыуын дауам итә...


Шуныһы ҡыуандыра: бер "ярҙамсыл" хеҙмәткәрҙе Росгвардия сафынан эштән ебәргәндәр, икенсеһенә дисциплинар яуаплылыҡ сәпәйәсәктәр.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас