Улар машина тәҙрәһен ватып, салонға үтеп инеп, махсус ҡоролма ярҙамында двигателде тоҡандыра. Был ҡырын эште 19 августан 20-нә ҡарай төндә ҡылалар.
Бына шулай улар туҡталҡала торған 10-сы моделле ВАЗ еңел автомобилен урлап, ҡунаҡҡа юллана. Дуҫтарында саҡта, тәҙрәһе ватыҡ машинаны полиция хеҙмәткәрҙәре күреп ҡала. Тик ғәйепләнеүселәр уларҙан йәшенә.
Бурҙар бының менән генә туҡтап ҡалмай, төнгө ҡалала йөрөү теләге көслө була. Урамда йәнә бер ВАЗ моделен осратып, уны ҡыуып алып китәләр. Был юлы Өфөнән ситкә, Стәрлетамаҡҡа, юлланалар. Ҡалаға килеп ингән урында уғрыларҙы полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала.
Әле енәйәт эше ҡуҙғатылған. Егеттәрҙең икеһе лә шартлы рәүештә хөкөмгә тарттырылған булған: береһе наркотик һатыуҙа ғәйепләнһә, икенсеһе машина урлаған.Башҡортостан гәзитенән.