Биш йыл бергә никахта йәшәгән, ике бала тәрбиәләгән ғаилә башлығы, 27 йәшлек Дмитрийҙың ҡатыны Маргаританы урманға алып барып, көнләшеүҙән уның ҡулдарын өлөшләтә балта менән сабып өҙөүе, шунан ҡурҡып, ҡанға туҙған ҡатынын дауахана янында ҡалдырып китеүе, йәш ҡатындың бер ҡулынан яҙыуы, оҙаҡ дауаланыуы хаҡында яҙмаған матбуғат сараһы ҡалмағандыр.
Бихисап операция үткәргән, ҡулһыҙ ҡалған Маргаританың көслө рухлы булыуы, ауырлыҡтарға бирешмәүе, һыҙланыу аша булһа ла лайыҡлы йәшәргә тырышыуы шунда уҡ кешеләрҙең иғтибарын яулағайны.
Ошо көндәрҙә иһә Маргарита тағы бер үҙенсәлекле аҙым яһаған: бик ҡыйыу фотосессияла ҡатнашҡан. “Фажиғәнән һуң, башҡа бер ҡасан да матур ҡатын була алмаҫмын, тип уйлағайным. Дөрөҫөн әйткәндә, миңә һаман да йөйҙәр менән ҡапланған һул ҡулымды ҡабул итеү ауыр, икенсе ҡулымда иһә – протез. Аяҡта ла дүрт ҙур йөй бар. Күлдәк кейермен тимә... Шулай ҙа матурлыҡ, ылыҡтырыу көсө тышҡы ҡиәфәттә генә түгел бит. Ул – эске нур сағылышы!” – тип яҙған был аҙымы хаҡында Маргарита.
Әйткәндәй, уның вәхши ире Дмитрий 14 йылға хөкөм ителгән. Ә Маргарита ҡатын-ҡыҙҙарҙы хайуандарса ҡыланған тиран ирҙәргә түҙмәҫкә, тыныс тормош өсөн көрәшергә саҡыра.Башҡортостан гәзитенән.