Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
27 Август 2019, 08:23
Ике йәшлек баланы яңғыҙ ҡалдырғас...
Бәләкәй балаларҙы яңғыҙ ҡалдырыу бик хәүефле. Бер нисә минутҡа ғына башҡа эшкә әүрәүҙең дә ҙур ҡайғыға килтереүе ихтимал.
Мәскәү өлкәһендә булған ваҡиға – быға аныҡ дәлил. Ата-әсә, олатай-өләсәй ике баланы алып дачаларына юллана. Унда әсә кеше ике йәшлек сабыйын душ кабинаһына ултырта ла өлкәне янына сыға. Күп тә үтмәй, малайҙың ҡысҡырғанын ишетеп ҡалалар. Янына килһәләр, ул эргәлә торған өҫтәл лампаһын һыуға төшөргән... Ток һуҡҡан бала иҫен юғалта башлай. “Ашығыс ярҙам” саҡыралар, тик ул оҙаҡлағас, сабыйҙы үҙҙәренең машинаһында дауаханаға алып китәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала юлда йән бирә.
Ғаилә һәр яҡлап та имен булған, насар иҫәптә тормаған. Әле эш буйынса тикшереү бара.
Балаларға ҡарата иғтибарлыраҡ булайыҡ, яңғыҙҙарын ҡалдырмайыҡ. Бәлә аяҡ аҫтында ғына.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ike-y-shlek-balany-ya-y-aldyr-as-/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"