Асыҡланыуынса, бала әсәһе менән парк аллеяһында ял итә, ә янында ғына газонда электр кабеле ятҡан була. Йүгереп йөрөгән бала уны ҡулына алырға ынтыла. Ә электр сымы юғары көсөргәнештә була. Һөҙөмтәлә баланың ҡулы бешә.
Ваҡиға урынына тиҙ арала ҡотҡарыусылар һәм электриктар килеп етә. Хәүефле урын уратып алына, ер аҫтынан ҡалҡып сығып торған электр сымын алып ташлайҙар.
Бала әсәһе менән дауаханаға оҙатылған. Медицина тикшереүе үткәндән һуң ул өйөнә ҡайтарылған, ғүмеренә бер нәмә лә янамай. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.Башҡортостан гәзитенән.