– Эйе-эйе... – ти Орбакас. – Уның ҡасан ауырға ҡалырға тейешлеген дә беҙ планлаштырманыҡ, хоҙай нисек ҡушҡан, шуға риза булырға ҡарар иттек. Алла ауырға ҡалғас, тәүҙә малай буласаҡ тип хәбәр иттеләр. Шунан, малайҙар исеме эҙләргә тотондоҡ. Станислав тип ҡушырға булдыҡ. Әммә сабый ҡыҙ бала булып сыҡты. Мин быға шатландым ғына. Айырылышҡас, ҡыҙымдың минең менән йәшәүен теләгәйнем, сөнки Алла гастролдәрҙән ҡайтып инмәй. Әммә ул быға ҡаршы булды.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/alla-pugacheva-berense-nikakh-t-n-nd-/