Новости
26 Августа 2019, 05:38

Путинды Хельсинки ресторанында ниндәй аштар менән һыйлағандар?

Владимир Путин менән Саули Ниинистёға тәҡдим ителгән меню билдәле булды.

“РИА Новости” хәбәр итеүенсә, Рәсәй һәм Финляндия башлыҡтары киске ашты Walhalla ресторанында үткәргән.

Финляндия башлығы канцелярияһының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, киске аш менюһы фин күле балығынан, топинамбур ашынан һәм бәшмәк соусында бешерелгән өйрәк итенән торған.

Ил башлыҡтарына тәҡдим ителгән десерт та бик гғәҙәти булмаған. Десертҡа Финляндия Президентының йәйге резиденцияһынан яңы йыйылған еләк һәм ҡурай еләгенән эшләнгән шәрбәт килтерелгән.

Walhalla рестораны 1952 йылда йәйге Олимпия уйындары асылыр алдынан төҙөлгән була.
Читайте нас