Новости
25 Август 2019, 14:01

Алла Пугачёванан көлгәндәр

“Comedy Club” артисы рәсәйҙәрҙең яратҡан йырсыһынан ғәм алдында көлгән. Былай тип әйтеү бик йомшаҡ яңғырай – мыҫҡыл иткән!

Андрей Бебуришвили провокацион яҙыулы футболка кейеп сыҡҡан. Унда йәш булмаған Пугачева ҡара очкила, сигарет ҡаптырып төшөрөлгән. Өҫтәүенә тәрән рәнйетерлек һүҙҙәр ҙә яҙылған: “Аҡса менән шарапҡа ғына тоғромон”.


Хәҙер юморист ҡыл өҫтөндә йөрөй, тип яҙалар. Элегерәк Алла Пугачёва Комеди Клабты бәҙрәф менән сағыштырғайны, әлеге хәл шуға яуап булғандыр, тиеүселәр бар. Андрҽй карьераһына нөктә ҡуйҙы, теләһә, Примадонна был меҫкен артисты шоу-бизнес өлкәһенә мәңге килә алмаҫлыҡ итә ала, тип яҙа тамашасылар.


Ә һөйөклө ире Галкин йәмәғәтен яҡлап әлегә бер һүҙ ҙә әйтмәгән, тиҙәр...
Читайте нас