Новости
24 Августа 2019, 10:32

Үлгән кеше ниңә кәрәк?

Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов шәхси сәхифәһендә үҙе шаһит булған хәл тураһында ғәжәпләнеп яҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында нимә бара ул? Бөгөн күршеләр бер фатирҙан насар еҫ сығыуына зарланды (мәйет булыуы мөмкин). Ә уның хужалары күптән күренгәне юҡ. Полицияға хәбәр иттек. Беҙгә шунда уҡ бөтә ерләү агентлыҡтарынан шылтырата башланылар. 102-нән башҡа берәүгә лә телефон номерын бирмәгәйнем. Башҡортостандағы полицияға шаҡ ҡаттым”, – тигән ул.


Шунда уҡ күптәр үҙҙәренең күргән-белгәне менән бүлешә башлаған. “Минең күршем “Ашығыс ярҙам” саҡырһа, ерләү хеҙмәттәре килгән”, – тигән Дамир Ғәббәсов. Наилә Сәфәрғолова: “Салауатта дуҫым вафат булды. Мин ерләү мәшәҡәттәре менән шөғөлләнә башланым. Табутты алып сыға башлағайнылар, был беҙҙең мәйет, тип ҡысҡырып, беҙҙе подъездан сығармайҙар. Был иртән ине. Иҫем китте! Саҡ-саҡ уларҙан ҡотолдоҡ. Был хәлде полиция һәм “Ашығыс ярҙам”дан башҡа берәү ҙә белмәй ине”.


Тәнзилә Үлмәҫбаева иһә: “Беҙҙең менән дә шундай хәл булды. Яҡындарыбыҙға хәбәр итеп тә өлгөрмәнек, ерләү хеҙмәттәре килеп тә етте. Был шул тиклем ерәнгес күренеш”, – тигән."Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас