Новости
23 Август 2019, 06:21

Владимир Путин Саули Ниинистё менән әңгәмәләште

Хельсинкилағы Президент һарайында Рәсәй һәм Финляндия лидерҙары Владимир Путин һәм Саули Ниинистёның һөйләшеүҙәре үтте. Әңгәмә башланыр алдынан дәүләт башлыҡтары бергә фотоға төштө.

Владимир Путин маҡтаулы ҡунаҡтар китабында иҫтәлекле яҙыу ҡалдырҙы.

Рәсәй Президенты фин коллегаһы менән ике яҡ өсөн дә мөһим булған мәсьәләләр, шул иҫәптән ике яҡлы һәм халыҡ-ара проблемалар буйынса фекер алышырға ниәтләүен белдерҙе. Владимир Путин билдәләп үтеүенсә, Рәсәй менән Финляндия мөнәсәбәттәре барлыҡ йүнәлештәр буйынса ла традицион рәүештә алға таба үҫеш ала.

Үҙ сиратында, Саули Ниинистё Владимир Путинды рус телендә сәләмләне, шулай уҡ, Рәсәй лидерының эш сәфәре уңышлы булыр, тигән өмөт белдерҙе.

#ВладимирПутин
Читайте нас