Новости
23 Август 2019, 06:29

Бөгөн Хәрби дан көнө

Бөйөк Ватан һуғышындағы һынылышлы мәл– Курск бәрелешенә 76 йыл. Ошо уңайҙан бөгөн илдә хәтер кисәләре уҙғарыла, һәйкәлдәргә сәскә гөлләмәләре һалына. Төп саралар Курск өлкәһендә үтә.

Курск дуғаһында Советтар Союзы һәм Германия яғынан 6 мең танк, 4 мең самолет, ике миллион яугир ҡатнаша.– Курск янындағы һуғыштар Бөйөк Ватан һуғышындағы иң күп хәрби техника ҡатнашҡан алыш булараҡ тарихҡа инеп ҡалған. Ошо алыштан һуң, 1943-сө йылдың авгусынан Советтар Союзы даими һөжүмгә күсә, Германия туҡтауһыҙ сигенә башлай.


Башҡортостандан был дәһшәтле яуҙа меңләгән һалдат ҡатнаша.
Читайте нас