Юлда полиция хеҙмәткәрҙәренең “Лада Приора”һына зыян килә, шулай ҙа уҙыш дауам итә. Ҡасыусы “Chevrolet Aveo”ға төкөгәс кенә туҡтап ҡала. Бәхеткә күрә, аварияла берәү ҙә зыян күрмәй.
Баҡтиһәң, “Ока” водителе шыр иҫерек булған. 29 йәшлек был ир ошондай торошта автомобиль йөрөткәне өсөн быға тиклем дә штраф алған икән. Ҡағиҙәне ҡабатлап боҙғас, уға енәйәт эше асыласаҡ.Башҡортостан гәзитенән.