Новости
22 Август 2019, 09:12

Ленин урамы йәйәүлегә әйләнә

1 сентябрҙә Өфөлә “Минең яратҡан ҡалам” фестивале үтәсәк. Республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арналған ғаилә байрамы күпләп баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы йыйыр тип көтөлә.

Бер көнгә Ленин урамы йәйәүлегә әйләнәсәк. Унда көн дауамында төрлө әүҙем майҙансыҡтар эшләйәсәк. Сәхнәләрҙә “Музыкаль Өфө”, “Театраль Өфө”, “Моделле Өфө” һәм “Телевизион Өфө” зоналары эшләйәсәк. “Ете ҡыҙ” фонтаны алдында “Этнозона” ойоштороласаҡ. Бында милли тирмәләр ҡуйыласаҡ, төрлө кәсептәргә өйрәтеү өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.


“Галереялы Өфө” майҙанында илдә үткән Театр йылына арналған фотокүргәҙмә ҡуйыласаҡ. Рәссамдар урында уҡ тиҙ генә портрет төшөрөп бирәсәк, фото оҫтаханаһынан профессиональ фото яһатырға мөмкин. Өфө ҡала планетарийы тәҡдим иткән телескоп аша ҡояшты ҡарарға була.


Каруанһарай алдындағы майҙансыҡта ҡала ресторандарының “Есть!” тип аталған фестивале үтәсәк. Баш ҡаланың иң яҡшы ресторандары, кафе һәм ҡәһүәханалары махсус павильондарҙа әҙерләп, үҙҙәренең иң тәмле һәм билдәле аҙыҡтарын һатасаҡ.


Шулай уҡ “Йәштәр Өфөһө”, “Спорт һөйөүсән Өфө”, “Автомобилле Өфө”, “Мәғарифлы Өфө”, “Сәскәле Өфө”, “Сувенирлы Өфө”, “Баллы Өфө” һәм башҡа майҙансыҡтарҙа ла үтә ҡыҙыҡлы һәм киң программа әҙерләнгән. Фестиваль иртәнге 10-дан киске сәғәт 8-гә тиклем дауам итәсәк.

Килегеҙ! Бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы!https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ortostan-a-100-yyl/lenin-uramy-y-y-leg-yl-n/
Читайте нас