Новости
22 Август 2019, 03:45

Иң гүзәл ҡыҙ ҡайһы райондан?

“Мисс Башкортостана” модель агентлығы ойошторған “Башҡортостан гүзәле-2019” конкурсы еңеүсеһе билдәле булды. Ул – Салауат районы ҡыҙы Зөһрә Мөхәррәмова!

Еңеүсе Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, Рәсәй һәм халыҡ-ара студенттар проекттарында, матурлыҡ конкурстарында уңышлы сығыш яһаған.


“Өфө гүзәле” титулын – Күмертау ҡалаһынан Розалина Ибраһимова, “Башҡортостандың йәш гүзәле” исемен Ишембай ҡалаһынан Ләйсән Ғибәҙуллина яуланы.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас