Атап әйткәндә, Башҡортостан Хөкүмәте менән Һаҡлыҡ банкы араһындағы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡул ҡуйылған хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу хаҡында һүҙ барҙы. Ул уңайлы инвестиция шарттары булдырыуҙы, шулай уҡ төбәк иҡтисадының көнәркәшлек ҡеүәһен арттырыуҙы, халыҡтың тормошон яҡшыртыуҙы тәьмин иткән милли һәм төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/german-gref-men-n-nim-kha-ynda-bar-y/