Новости
22 Август 2019, 09:10

Бер йәшлек сабый әсәһен үлемдән ҡотҡарған

Биш кенә көнлөк сабый әсәй һөтөнә эләккән көслө анальгетиктар арҡаһында ағыуланған.

Был фажиғәле хәл Англияның Тинмут ҡалаһында була. Әсә йөклөлөк ваҡытында ауыртыуҙы баҫа торған препарат ҡабул иткән. Белгестәрҙең, ваҡиғаны тикшереүселәрҙең раҫлауынса, арҡаһы ауыртыуға зарланған ҡатынға табиптарҙың “Трамадол” препараты тәғәйенләүе хата булған. Материалдар менән танышҡан педиатр әйтеүенсә, был дарыу сағыштырмаса яңы, етерлек кимәлдә һыналмаған, яңы ғына донъяға килгән бала сәләмәтлеге өсөн хәүефе ҙур.


Ошо йәһәттән Ливерпуль ҡалаһындағы ваҡиға ла ғибрәтле. Сабый әсәһенең уң күкрәген иммәҫкә тырышып, гел генә илай, тынғыһыҙлана башлағас, ҡатын, аптырап, дауаханаға консультацияға бара. Сәләмәтлеген тикшергәндә уның уң күкрәгендә яман шеш табалар. Шулай итеп, бер йәшлек малай әсәһен үлемдән ҡотҡарып ҡала.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ber-y-shlek-sabyy-s-en-lemd-n-ot-ar-an/
Читайте нас