Артистың үҙен көлкө оҫтаһы Юрий Гальцев менән бутап аптыраталар икән. "Ҡара диңгеҙ буйында ял иткәндә, ул ваҡытта сәсем ярайһы оҙон ине, бер малай, ҡара әле, ҡара, ана Юрий Гальцев китеп бара, тип әсәһенә өндәште. Былар байтаҡ ваҡыт бышылдаша-бышылдаша минең арттан күҙәтеп йөрөнө. Үҙебеҙҙең Өфөлә лә урам буйында, әллә Гальцев башҡортса һөйләшә инде, тип аптырап ҡалалар", – ти кәмитсе.